13 Ул саҡта Бейт-Шәмәш халҡы яланда бойҙай ура ине. Улар һандыҡты күреп, бик ҡыуандылар.
Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп,
Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.
Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр.