12 Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.
Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда;
Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.
Исраил халҡы уға: – Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде.
Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп,
Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар.
Ул саҡта Бейт-Шәмәш халҡы яланда бойҙай ура ине. Улар һандыҡты күреп, бик ҡыуандылар.
Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.