11 Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар.
Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы.
Алла һандығын өр-яңы еңел арбаға ҡуйып, Авинадав йортонан алып китәләр. Арбаны Ғузза менән Ахйо алып бара.
Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.
Шулай эшләнеләр: тәүгә быҙаулаған ике тана һыйырҙы алып килеп арбаға ектеләр, быҙауҙарын өйҙә бикләп ҡалдырҙылар.
Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.
– Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. –