10 Шулай эшләнеләр: тәүгә быҙаулаған ике тана һыйырҙы алып килеп арбаға ектеләр, быҙауҙарын өйҙә бикләп ҡалдырҙылар.
Әммә Яҡуп: – Үҙең беләһең, хакимым, бала-саға тиҙ арый, имеҙгән кәзә-һарыҡты, һауын һыйырҙарҙы ашыҡтырып ҡыуһаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар.
Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе: – Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте. – Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс.
Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар.
Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.