1 Раббының һандығы пелештиҙәр ерендә ете ай булды.
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.
Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.
Ашдод халҡы иртәгәһенә иртән тороп ҡараһа, Дагон һыны Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Дагонды күтәреп алып, яңынан үҙ урынына ҡуйҙылар.
Пелештиҙәр ҡаһиндарын һәм күрәҙәселәрен саҡырып: – Раббының һандығын нимә эшләтәйек, уны үҙенең урынына нисек кире ҡайтарайыҡ? Беҙгә өйрәтегеҙ, – тинеләр.