Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 5:9 - Изге Яҙма

9 Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 5:9
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Уларҙы тупламдан бер-бер артлы юҡ итеп бөткәнгә тиклем, Раббының ҡулы һәр саҡ уларға ҡаршы булды.


Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.


Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.


Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.


Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.


Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар.


Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ