7 Был хәлдәрҙе күреп, Ашдодта йәшәүселәр: – Исраил Аллаһының һандығы беҙҙә ҡалмаһын, сөнки беҙгә лә, илаһыбыҙ Дагонға ла Уның ҡулы ҡаты, – тинеләр.
Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?
Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты.
– Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.
Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.
Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!
Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Бына Мин Но ҡалаһының илаһы Амонды, фирғәүенде һәм Мысырҙы, уның илаһтарын һәм батшаларын, фирғәүенде һәм уға өмөтләнгәндәрҙең барыһын язалайым.
Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.
Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.
Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.
Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.
Бейт-Шәмәш халҡы: – Был мөҡәддәс Алланың, Раббының, алдында кем баҫып тора алыр? Уның һандығын үҙебеҙҙән ҡайҙа ебәрергә икән? – тинеләр.