Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 5:4 - Изге Яҙма

4 Иртәгәһенә йәнә иртән тороп ҡараһалар, Дагон тағы Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Был юлы кәүҙәһе генә бөтөн килеш ҡалған, ә өҙөлгән башы менән ике ҡулы тупһа янында аунай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 5:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Бындайға хәленән килмәгән ярлы Серемәй торған ағас һайлап алыр, Урынында ҡыймылдамаҫлыҡ бот яһар өсөн Оҫта һөнәрсе эҙләр.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ.


Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»


Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ