2 Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды.
Йөрөгән юлдарыбыҙҙы һынайыҡ та, Раббыбыҙға боролоп ҡайтайыҡ.
Һис кем ҡыуаламағанда ла, ҡылыс йөҙөнә һөрлөккәндәй, бер-береһенә абынып йығылырҙар. Дошмандарығыҙға ҡаршы торорлоҡ көсөгөҙ булмаҫ.
Таулыҡта йәшәгән ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр уларға ҡаршы төшөп тар-мар итте һәм арттарынан Хормаға тиклем баҫтырып барҙы.
Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.
Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине.
Голиаҫ туҡтаны ла сафта торған Исраил яугирҙәренә: – Нимә һеҙ һуғышырға тип теҙелеп торған булаһығыҙ? – тип һөрәнләне. – Мин пелешти, ә һеҙ Шаул ҡолдары түгелме ни? Арағыҙҙан берәй кешене һайлағыҙ, әйҙә ул минең яныма төшһөн.
Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.
Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды.
Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.