Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 4:19 - Изге Яҙма

19 Ғәлиҙең килене – Пинхастың ҡатыны – йөклө ине, етешеп бөткәйне. Алла һандығының дошман ҡулына төшөүе, ҡайныһы менән иренең үлеме тураһында ишеткәс, тулғағы тотоп сүгәләне лә балаһы тыуҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 4:19
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».


Тулғаҡ ғазабынан өҙгөләнгәнендә, кендек инәһе уға: – Ҡурҡма, – тине. – Ҡара, һинең тағы улың бар.


Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.


Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».


Был әҙәм Алла һандығын телгә алыу менән, Ғәли ҡапҡа төбөндә ултырған урынынан салҡан йығылды ла муйынын һындырып йән бирҙе, сөнки ныҡ ҡартайғайны, ауыр кәүҙәле ине. Ул Исраилға ҡырҡ йыл хаким булды.


Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ