17 – Исраилдар пелештиҙәрҙән ҡасты, – тине хәбәр килтереүсе. – Халыҡ ныҡ ҡыйралды. Шулай уҡ ике улың – Хофни менән Пинхас үлде. Алланың һандығы тартып алынды.
Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.
Раббы Шемуилға былай тине: – Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.
Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.
Әлеге кеше Ғәлигә: – Мин яу яланынан килә ятам, – тине. – Бөгөн һуғыштан ҡастым. – Нимә булды, улым? – тип һораны Ғәли.
Был әҙәм Алла һандығын телгә алыу менән, Ғәли ҡапҡа төбөндә ултырған урынынан салҡан йығылды ла муйынын һындырып йән бирҙе, сөнки ныҡ ҡартайғайны, ауыр кәүҙәле ине. Ул Исраилға ҡырҡ йыл хаким булды.