14 Үкереп илаған тауыштарҙы ишеткән Ғәли: – Был ниндәй шау-шыу? – тип һораны. Хәбәр килтергән әҙәм ашығып Ғәли янына килде лә һөйләп бирҙе.
Эй Ғароғерҙа йәшәгән халыҡ, Юл ситенә баҫ та ҡара! Ҡасып барған ирҙән, йүгергән ҡатындан: «Ни булды?» – тип һора.
Ул Шилоға килеп ингәндә, Алланың һандығы өсөн күңеле хәүефләнгән Ғәли юл буйында ултырғыста ҡарап ултыра ине. Теге кеше ҡалаға инеп яу яланында булған хәлдәр хаҡында хәбәр һалғас, ҡала халҡы ҡысҡырып илаша башланы.
Ул осорҙа Ғәли туҡһан һигеҙ йәшендә булып, күҙҙәре зәғифләнгән, күрмәй ине.