11 Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.
Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.
Барығыҙ Шилоға, Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ.
Бына, шундай көндәр килә: һинең дә, атаң нәҫеленең дә көсөн ҡоротасаҡмын, тоҡомоңдан һис кем өлкән йәшкә еткәнсе йәшәмәҫ.
Раббының Исраилға яҡшылыҡ ҡылғанына көнләшеп ҡарарһың, сөнки һинең зат-зәүереңдә берәү ҙә өлкәнәйгәнсе йәшәмәҫ.
Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.
Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.
Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.