9 Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.
Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.
Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.
Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы.
Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.
Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.