І Батшалар 31:1 - Изге Яҙма1 Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым.