Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 30:8 - Изге Яҙма

8 Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 30:8
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты.


Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


Гидғон өс йөҙ кешеһе менән Иордан буйына килеп, йылғаны аша сыҡты. Улар хәлдән тайған булһалар ҙа, дошманды баҫтырыуҙарын дауам итте.


Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.


Шаул Алланан: – Пелештиҙәргә һөжүм итәйемме? Һин уларҙы Исраил ҡулына тапшыраһыңмы? – тип һораны. Әммә Алла был көндө уға яуап ҡайтарманы.


Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.


Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.


Дауыт ғәмәлектәр алып киткән бөтә нәмәне ҡабат тартып алды, шулай уҡ үҙенең ике ҡатынын да ҡотҡарҙы.


Кесеһенән дә, олоһонан да, ул-ҡыҙҙарҙан да бер кем дә юғалманы; ғәмәлектәр яумал итеп алып киткән бөтә нәмәләрҙең барыһын да Дауыт кире ҡайтарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ