24 Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.
Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
Яумалды яуҙа ҡатнашҡандар менән бөтә йәмғиәткә таратыр өсөн, тигеҙ итеп икегә бүл.
былай тине: – Һеҙ сатырҙарығыҙға ҙур байлыҡ менән ҡайтаһығыҙ: хәҙер һеҙҙең малығыҙ, алтын-көмөшөгөҙ, баҡыр-тимерегеҙ һәм кейемдәрегеҙ күп. Табышығыҙҙы туғандарығыҙ менән бүлешегеҙ.
Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.
– Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.
Әммә Дауыт: – Улай ярамай, ағай-эне! – тине. – Раббы беҙгә ошоларҙың барыһын да биргәндән һуң, былай ҡыланырға ярамай. Ул беҙҙе ҡотҡарҙы, беҙгә һөжүм иткән баҫҡынсыларҙы ҡулыбыҙға тапшырҙы.
Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.