18 Дауыт ғәмәлектәр алып киткән бөтә нәмәне ҡабат тартып алды, шулай уҡ үҙенең ике ҡатынын да ҡотҡарҙы.
Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты.
бөтә кешеләрен алып, уның менән һуғышырға киттеләр. Улар Неҫанъяһ улы Исмәғилде Ғивғондағы ҙур быуа янында ҡыуып етте.
былай тине: – Беҙ хеҙмәтселәрең ҡул аҫтыбыҙға һин биргән яугирҙәрҙе иҫәпләп сыҡты, береһе лә юғалмаған.
Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.