14 Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.
Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була.
Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам.
Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.
Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе.
Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине.
Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.
Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,
Дауыт унан: – Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. –
– Мине ул баҫҡынсылар янына алып бара алаһыңмы? – тип һораны Дауыт. – Мине үлтермәҫкә, хужамдың ҡулына бирмәҫкә Алла менән ант итһәң, һине ул баҫҡынсыларға алып барам, – тине егет.
Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә.