13 Дауыт унан: – Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. –
Дауыт хәбәр алып килгән егеттән: – Һин ҡайҙанһың? – тип һораны. – Мин бер килмешәк ғәмәлек кешеһенең улы булам, – тип яуап бирҙе егет.
Ул, Дауыт янына килеп, ергә ҡапланды. Дауыт унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мин Исраил ғәскәре тупламынан ҡасып киләм, – тине теге.
«Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем.
Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ.
Диңгеҙселәр: – Һөйләп бир әле беҙгә, башыбыҙға килгән был бәлә кем арҡаһында? Һин нимә менән шөғөлләнәһең? Ҡайҙан киләһең? Илең ҡайҙа? Ниндәй халыҡтан булаһың? – тип һораны.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны.
Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.