Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 30:12 - Изге Яҙма

12 Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 30:12
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин.


– Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр.


Алла Лехиҙә соҡор хасил итте һәм унан һыу ағып сыҡты. Шимшон туйғансы һыу эсте һәм уға йәнә хәл өҫтәлде. Шуның өсөн дә был урынды Ғейн-Һаҡҡоре тип атанылар. Ул әлеге көндә лә Лехиҙә бар.


Йонаҫан иһә атаһының халыҡҡа әйтеү әйтеп бойорғанын ишетмәгәйне. Ынтылып ҡулындағы таяғының осон баллы кәрәҙгә манды ла ауыҙына ҡапты һәм шунда уҡ күҙ алдары яҡтырып киткәнен тойҙо.


Ҡырҙа бер Мысыр кешеһен осратып, уны Дауытҡа алып килделәр. Уға икмәк бирҙеләр, ашаны. Һыу эсерҙеләр.


Дауыт унан: – Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ