11 Ҡырҙа бер Мысыр кешеһен осратып, уны Дауытҡа алып килделәр. Уға икмәк бирҙеләр, ашаны. Һыу эсерҙеләр.
Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр.
Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;
Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ.
Уларҙан тыуған балаларҙың өсөнсө быуыны Раббы халҡы иҫәбенә инә ала.
Бесор ағымын кисеп сығырға хәле етмәгән ике йөҙ кеше тороп ҡалды, дүрт йөҙ кешеһе менән Дауыт артабан ҡыуа китте,
Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны.