9 Ул Шемуилға: – Барып урыныңа ят. Ул яңынан өндәшһә: «Әйт, Раббым, ҡолоң Һине тыңлай», тиерһең, – тип өйрәтте. Шемуил урынына барып ятты.
Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.
Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.
– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.
Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.
Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.
– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.
Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.
Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.