8 Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.
Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле.
Ул Шемуилға: – Барып урыныңа ят. Ул яңынан өндәшһә: «Әйт, Раббым, ҡолоң Һине тыңлай», тиерһең, – тип өйрәтте. Шемуил урынына барып ятты.