6 Раббы уға тағы өндәште. – Шемуил! Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят.
Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!
Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың.
Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
Ул Ғәли янына йүгереп барып: – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым. Бар, ят, – тине Ғәли. Шемуил урынына барып ятты.
Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле.
Әлеге кеше Ғәлигә: – Мин яу яланынан килә ятам, – тине. – Бөгөн һуғыштан ҡастым. – Нимә булды, улым? – тип һораны Ғәли.