Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 3:4 - Изге Яҙма

4 Раббы Шемуилға өндәште. – Мин бында! – тип яуапланы Шемуил.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 3:4
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.


Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Ул Ғәли янына йүгереп барып: – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым. Бар, ят, – тине Ғәли. Шемуил урынына барып ятты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ