Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 3:19 - Изге Яҙма

19 Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 3:19
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


– Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.


Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.


Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты.


„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә Йәһүҙә батшаһы уҡыған китапта яҙылған бөтә һүҙҙәргә ярашлы бәлә-ҡаза ебәрәм.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Фәрештә Мәрйәм янына килеп: – Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәште.


Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.


Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.


Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды.


Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Әгәр ҙә пәйғәмбәр Раббы исеменән һөйләһә, әммә әйткәне бойомға ашмаһа, был һүҙ Раббынан түгел. Пәйғәмбәр үҙ белдеге менән һөйләгән була – унан ҡурҡмағыҙ.


Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы.


Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.


Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны.


Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.


Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.


Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.


Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы.


Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ