Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 3:17 - Изге Яҙма

17 – Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 3:17
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ батша ҡатынға: – Минең һорауыма йәшермәй генә яуап бир әле, – тине. – Әйт, хакимым батша, – тине ҡатын.


Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».


Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.


Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.


– Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.


– Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Сидкияһ батша Йермеяһ пәйғәмбәрҙе саҡыртып алды. Уны Раббы йортоноң өсөнсө ишеге эргәһенә алып килделәр. – Һиңә бер һорауым бар, тик минән бер нәмә лә йәшермә, – тине батша.


Йермеяһ пәйғәмбәр уларға: – Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам.


ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.


Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни? Раббының сабырлығы бөткәнме? Шулай эшләй аламы Ул? Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни?


Билғам кире килгәндә, Балаҡ Моав башлыҡтары менән бергә яндырылған ҡорбан эргәһендә тора ине. Балаҡ унан: – Раббы нимә тине? – тип һораны.


Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.


– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.


Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.


Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.


Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ