16 Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил.
Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.
Исраил Йософҡа былай тине: – Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле. – Ярай, – тип яуапланы Йософ.
– Ҡара әле, ҡыҙым, – тине Боғаз Рутҡа. – Башаҡ сүпләргә башҡалар баҫыуына йөрөмә, ошонан китмә, минең ураҡсы ҡатындар янында йөрө.
Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.
Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.
– Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.