15 Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.
Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була.
Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.
– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.
Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине.
Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.
Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил.