13 Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.
Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине.
Шунан батша: – Атам Дауытҡа ҡылған яуызлыҡтарыңды бик яҡшы беләһең. Раббы уларҙың ҡоһорон үҙ башыңа төшөрәсәк, – тип дауам итте. –
Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!
Улыңды өмөт барҙа тәрбиәлә, ҡара уны, һәләкәтенә юл ҡуйма.
Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.
Хәйер, үҙеңдең дә башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләгәнең аҙ булманы бит.
Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.
Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө! Һиңә асыуымды түгәм. Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам, Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым.
«Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр, Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар. Мин шул ерҙә ултырырмын, Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын».
Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.
Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.
Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә,
сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.
Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,
Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.