Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 29:8 - Изге Яҙма

8 Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 29:8
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


– Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит.


Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине.


– Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?


Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.


– Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын.


Шуға күрә кире ҡайт. Имен-аман йөрө, пелешти хакимдарының йәнен көйҙөрмә, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ