1 Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Дауыттың Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә кереште. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт нығытмаға йүнәлде.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.
Раббы Изевел тураһында ла әйтте. «Изевелде Изреғил ҡалаһы диуарҙарының тышында эттәр тамаҡлаясаҡ», – тине.
Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы.
Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр. – Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. –
Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта Унда инештәр асырҙар, Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр.
Афеҡ батшаһы, Шарон тигеҙлеге батшаһы,
Йософ нәҫелдәре: – Беҙгә был тауҙар аҙ. Ә үҙәнлектә – Бейт-Шеанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа, Изреғил үҙәнендә йәшәүсе ҡәнғәниҙәрҙең яу арбалары тимерҙән бит, – тине.
Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,
Ғумма, Афеҡ һәм Рехов ҡалаларын иҫәпкә алып, ашерҙар биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә бөтәһе егерме ике ҡала инде.
Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.
Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине.
Барыһын да Шаул менән хеҙмәтселәре алдына ҡуйҙы. Улар, тамаҡтарын туйҙырғандан һуң, шул төндө үк киттеләр.
Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты.
Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.