8 Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине.
Ахав Йеһошафатҡа былай тине: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде.
Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.
Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.
Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.
Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға.
Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Эңер төшкәс, уларҙың күҙе алдында йөгөңдө яурыныңа һал да юлға сыҡ. Ташлап киткән ереңде күрмәҫ өсөн йөҙөңдө ҡапла. Мин һине Исраил халҡына бер билдә итеп ҡуйҙым.
Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.