7 Шуға күрә Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә әруах саҡырыусы берәй ҡатын табығыҙ, барып унан һорашам, – тип бойорҙо. – Ғейн-Дорҙа шундай ҡатын бар, – тине хеҙмәтселәре.
Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.
Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.
Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!
Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.
Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.
фал асыусы, рухтарҙы саҡырыусы һәм әруахтарҙан һораусылар булмаһын.
Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.
Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.