5 Пелешти тупламын күргәс, Шаул ҡурҡыуға ҡалды, йөрәге ҡалтырап төштө.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.
Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.
Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.
Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.
Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.
Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты.
Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.