23 Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы.
Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.
Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.
Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.
Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне.
Ҡайғылы кеше алдында йыр йырлау һыуыҡ көндә кейемен систереү, яраға һеркә тамыҙыуға тиң.
Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың.
Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. –
шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде.
Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.
Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.
Инде мин ҡолоңдоң һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һал. Алдыңа бер генә һыныҡ икмәк һалайым, аша, зинһар. Аҙыраҡ хәл инер, шунан үҙ юлыңа китерһең, – тине.