2 – Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын.
Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.
Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.
Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.
Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине.