18 Сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең, Уның ғәмәлектәргә булған сикһеҙ ҙур асыуын тормошҡа ашырманың. Шуға күрә лә Раббы бөгөн һине ошо хәлгә ҡалдырҙы.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.
Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.
Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!
Шуның өсөн Шаул: – Тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын миңә алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Шунан ул тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарҙы.
– Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым.
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –
Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.