10 Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.
Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ.
– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ.
Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.
Петрус тағы ант менән: – Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте.
– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.
Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.
Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте.
Шунан һуң ғына ҡатын: – Һиңә кемде сығарайым? – тип һораны. – Шемуилды сығар, – тине Шаул.
Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө.