9 Дауыт ул ерҙәргә һөжүм иткәндә, ирме, ҡатынмы – береһен дә тере ҡалдырманы. Ҡуйҙарын, үгеҙҙәрен, ишәктәрен, дөйәләрен ҡыуып алып китте, кейем-һалымын тартып алыр һәм Ахишҡа кире ҡайтыр булды.
Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.
Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.
Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы.
Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.