8 Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.
Шунан һуң Йоав, Гешурға барып, Авшаломды Йәрүсәлимгә алып ҡайтты.
– Мин бит һине саҡыртып кешеләр ебәргәйнем, – тине Авшалом. – Һине батшаға ебәреп: «Нишләп мин Гешурҙан ҡайттым икән? – тип һоратырға иткәйнем. – Шунда ғына ҡалһам, яҡшыраҡ булыр ине». Мин батшаны күрергә теләйем. Әгәр ҙә ғәйеплемен икән, әйҙә, мине үлтерһен.
Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем.
Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне.
икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,
Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.
Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.
Ғәмәлектәр, Рефидимға килеп, Исраил халҡына һөжүм итте.
Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек.
Таулыҡта йәшәгән ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр уларға ҡаршы төшөп тар-мар итте һәм арттарынан Хормаға тиклем баҫтырып барҙы.
Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине.
Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй.
Алынасаҡ ерҙәр бына былар: пелештиҙәр йәшәгән бөтә төбәктәр һәм гешуриҙарҙың бөтә ерҙәре;
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Әфраим ырыуы ла Гәзәрҙә йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып ебәрмәне; ҡәнғәниҙәр улар араһында Гәзәрҙә йәшәй бирҙе.
Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы.
Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,