4 Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.
Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы.
Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.
Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.
– Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа.