Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 27:1 - Изге Яҙма

1 Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 27:1
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. –


Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.


Быны ишеткән Ильяс ҡурҡты, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн Йәһүҙәләге Беер-Шәвәғ ҡалаһына ҡасты. Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырғандан һуң,


Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ, кәңәшләшеп, Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрә.


Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр, Йәнемде алырға ҡырсыналар.


Унда саҡта уҡ һиңә: «Ҡалдыр беҙҙе, әйҙә, мысырҙарға ҡол булып йәшәй бирәйек», – тип әйткәйнек бит инде. Сүлгә килеп үлгәнсе, Мысырҙа ҡол булыуың хәйерлерәк ине.


Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?


Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?


– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.


Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан – ыҙғыш-талаш, эстән шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


Әммә Ғад пәйғәмбәр: – Һин бында – йәшенгән урыныңда ҡалма, Йәһүҙә еренә бар, – тигәс, Дауыт Хәрәҫ урманына китте.


– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.


Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине.


– Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ