7 Дауыт менән Авишай төндә ғәскәргә килде. Бына Шаул тупламда йоҡлап ята. Һөңгөһө баш осонда ергә ҡаҙап ҡуйылған. Авнер менән яугирҙәре уны уратып ятҡан.
Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.
Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.