5 Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.
Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.
Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.
күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне.
Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.