23 Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.
Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.
Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе, Хозурында пак булғанымдың хаҡын ҡайтарҙы.
күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.
Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине!
Ул кешеләргә ғәмәлдәренә күрә бирә, Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала.
Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.
Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.
Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.
Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –
Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең.
Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.
– Бына батшаның һөңгөһө, – тип яуапланы Дауыт. – Егеттәрҙең берәйһе килеп алһын!
Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?