21 Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.
Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. –
Быға тиклем килгән башлыҡтар менән уларҙың яугирҙәрен күктән төшкән ут ялмап юҡ итте. Инде минең йәнемде һәләк итмәсе, зинһар!
Ҡорбандарың өсөн асыуым юҡ, Яндырған ҡорбандарың һәр саҡ алдымда.
Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?»
Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. –
Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине: – Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам.
– Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға.
– Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.
– Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым.
– Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.
Пелешти башлыҡтары ҡасан һөжүм итһә лә, Дауыт Шаулдың башҡа ярандарына ҡарағанда ҙурыраҡ уңышҡа ирешә ине. Шул арҡала уның исеме дан-шөһрәт ҡаҙанды.
Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе.
– Бына батшаның һөңгөһө, – тип яуапланы Дауыт. – Егеттәрҙең берәйһе килеп алһын!
Һинең ғүмерең бөгөн миңә ни тиклем ҡиммәт булған, Раббы минекен дә шулай баһалаһын, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.
Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.