20 Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!
Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.
Бер нахаҡҡа дошмандарым Мине гүйә бер ҡош һымаҡ аулай.
Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.
Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.
Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.
Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.
Боронғо мәҡәл әйтмешләй: «Яманлыҡ ямандарҙан сыға». Ә мин һиңә ҡул күтәрмәйем.
Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?
Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.