Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 26:19 - Изге Яҙма

19 Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 26:19
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Батша үтенесемде тыңлар һәм, Алла тарафынан беҙгә тәғәйенләнгән мал-мөлкәткә ҡыҙығып, мине һәм улымды юҡ итергә ниәтләгәндең ҡулынан ҡотҡарыр».


Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.


Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –


Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын.


Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны.


Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.


Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.


Хеҙмәтсене хужаһы алдында яманлама, юғиһә ул һине ҡарғар ҙа, үҙең ғәйепле булып ҡалырһың.


Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Биләмә ерҙәре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен, һәр бер Исраил ырыуы үҙ ерҙәренә бәйле булһын».


Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.


һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.


Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә.


Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ